Башҡорт Виртуаль Клавиатураһы
Был клавиатура менән яҙыу өсөн:


стандарт-ENG
әлифба тәртибе (баш)-ENG
әлифба тәртибе (рус)-ENG
әлифба тәртибе (баш)-RUS
Башҡортса-Haqmar.v.1-ENG
Башҡортса- Haqmar.v.1-RUS
Башҡортса-Виста-ENG
Башҡортса-Виста-RUS
ҡатламдары бар.
Һәр бер ҡатламда хәрефтәр төрлөсә урынлашҡан.
Үҙегеҙгә уңай булғанын һайлағандан һуң шул ҡатлам буйынса яҙа башлай алаһығыҙ.
Ҡатлам исемдәре аҙағындағы ENG һәм RUS ялғауҙарына иғтибар итегеҙ.
Уларҙы компьютерығыҙҙа ниндәй ҡатлам торғанына күрә һайлағыҙ.
Мәҫәлән, компьютерығыҙҙа Инглизсә (EN) ҡатлам тора икән һәм Урыҫса өҫтәү өсөн хоҡуҡтарығыҙ булмаһа, ENG менән бөткән ҡатламдарҙы һайлағыҙ.
Компьютерығыҙҙы ике ҡатламға ла көйләй алһағыҙ, теләгән береһен һайлап виртуаль клавиатуранан кәрәкле ҡатламды һайлағыҙ (Нимә әйтергә теләгәнемде аңлағанһығыҙҙыр моғайын :).
Мәҫәлән, компьютерығыҙҙа RU ҡатламы тора һәм Башҡортса-Haqmar ҡатламы менән яҙырға теләй икәнһегеҙ - Башҡортса- Haqmar.v.1-RUS
ҡатламын (ҡайһы бер урыҫ хәрефтәре алып ташланған, башҡортсалаштырып яҙыу өсөн бик уңай) һайлағыҙ:

Был ҡатламда «Ҡ» хәрефен яҙыу өсөн «Ц/W» төймәһенә, «Ҙ» өсөн «Щ/O», «Ү» - «Я/Z» һ.б. төймәләренә баҫығыҙ. Был ҡатлам менән яҙған вакытта тиҙ генә RUS ҡатламына күсеү өсөн Esc йәки F12 төймәһенә баҫығыҙ. Баҫыу менән виртуаль клавиатура ғәмәлдән сығасаҡ һәм һеҙ ғәҙәттәге урыҫ клавиатураһы менән яҙыуҙы дауам итәсәкһегеҙ.
Мәҫәлән, компьютерығыҙҙағы ҡатлам EN икән һәм әлифба тәртибе менән яҙғанда:

«Q» - А, «W» - Б, «E» - В, «R» - Г, «T» - Д, «Y» - Е хәрефтәренә тап киләләр. Компьютерығыҙҙа EN ҡатламы торһа ла башҡортса яҙа алаһығыҙ. Esc йәки F12 төймәһенә баҫыу менән латин хәрефтәрен ҡуллана башлаясаҡһығыҙ.
Операла –
Мозилла Файрфокста -
төймәләрен ҡулланығыҙ.
Күреүегеҙсә, клавиатураны ҡулланыу бик еңел.
Шулай ҙа клавиатура менән яҙа алмай икәнһегеҙ, һайланған ҡатламдағы хәрефтәргә сысҡан менән берәм-берәм баҫып яйлап яҙығыҙ.
P.S. Ҡайһы бер хәрефтәр өсөн компьютерҙың да һәм виртуаль клавиатуранын да CAPS LOCK төймәһе эшләмәҫкә мөмкин. SHIFT төймәһе хатаһыҙ эшләй. Кәрәкле урында уны ҡуллана алаһығыҙ.
© Bashqort.Com 2008